Краснокама районында башҡорт батырҙары хөрмәтләп иҫкә алынды

Тантаналы сара төбәктең Яңы Аҡтанышбаш ауылында үтте. Уның сиктәрендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағының күсермәһе ауыл мәҙәниәт йортона тапшырылды. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

112-се башҡорт атлы дивизияһының байраҡ күсермәһен ауыл мәҙәниәт йортона тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтте. «Шайморатов генерал» йыры аҫтында сәхнәгә күтәрелгән әләмде сара ҡатнашыусылар аяғүрә алҡышланы. Был аңлашыла. Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылы  дивизияла хеҙмәт иткән яугир  яҡташтары менән дан тота. Уларҙың исемдәре бөгөн төбәктә бермә-бер мәңгеләштерелә килә. Былтыр мәҫәлән, ике ҡаһарман ауылдаштарының исеме мәктәп һәм мәҙәниәт йортона бирелгән.

Ауылдаштар ҡаһарман яҡташтарын онотмай. Йылда хөрмәтләп иҫкә ала. Тотош район халҡын йыйып тантаналы саралар уҙғарырға тырыша. Бөгөн дә ул дәүләт һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, геройҙарҙың туғандары ҡатнашлығында үтте. Ауыл тарихы, яугирҙарҙың ҡыҫҡаса белешмәһе телгә алынды.

Сара сиктәрендә йыл башында донъя күргән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған библиографик белешмә лә телгә алынып үтте. Баҫма шулай уҡ Краснокама районынан сыҡҡан ҡаһармандарҙы үҙ эсенә һыйҙырған. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан ғына бөгөн алты кешенең данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итеүе мәғлүм. Баҫманы тулыландырыу артабан да дауам итәсәк.

Өйрәнеү, башҡаларға еткереү эше – төп маҡсаттарҙың береһе, ти район хакимиәте. Ул ҡаһарман яҡташтарының исемлеген танытыу ғына түгел, ә үткәндәргә байҡау яһау ҙа. Нәҫел-тамырҙарға иғтибар итеү мөһим. Мәғлүм булыуынса Краснокама Гәрәй, Ҡырғыҙ, Йәнәй ырыуҙарын берләштергән төбәк булараҡ билдәле.

Фото №1 - Краснокама районында башҡорт батырҙары хөрмәтләп иҫкә алынды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ