Киләһе уңыш нигеҙе

Республикала тупланған орлоҡтоң 93 проценты кондицияға еткерелгән.

Был көндәрҙә ауыл хужалығы үҙәге белгестәре хужалыҡтарҙың яҙғы-сәсеү эштәре өсөн әҙерләгән орлоҡтарҙы тикшерә. Билдәле булыуынса, былтыр көҙ республикала 300 мең тоннанан ашыу орлоҡ буласаҡ уңыш өсөн һаҡлауға һалынған. Бындай күләм аграрийҙар ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерер тип көтөлә. Бөгөн агрономия хеҙмәттәре республикалағы орлоҡ фондының 97 процентын тикшергән. Орлоҡтар башлыса ҡыйлы булыуы арҡаһында бракка сығарыла. Шуға күрә әле хужалыҡтарҙа уларҙы эшкәртеү һәм таҙартыу эштәре алып барыла.

Автор: Илдар Байбулатов