Пандемия башланғандан алып, 82 мең 149 кешегә “ковид” диагнозы ҡуйылған. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән тәүлектә 670 кешелә хәүефле инфекция раҫланған, 36 кешенең ғүмере өҙөлгән. Стационарҙа ятҡан 1 меңдән ашыу пациенттың 73-ө ауыр хәлдә. Республикала коллектив иммунитет булдырыу өсөн 2 миллион ярым кеше прививка эшләтергә тейеш. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Максим Забелин вакциналау барышы тураһында ошондай һандар атаны.
Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү өсөн 30 октябрҙән 7 ноябргәсә ял иғлан ителде. “Бөгөн коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышын үткәрәбеҙ. Республикала ла 9 көнлөк каникул була, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республикала Ситуация үҙәгенә шылтыратыуҙар артҡан. Бер аҙна эсендә 23 мең 575 кеше операторҙар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Халыҡ айырыуса коронавирустан вакциналау, ПЦР-тест һөҙөмтәләре, амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы алыу тураһында белешкән.




