Илдең төньяҡ баш ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте өлгөләре менән танышырға була. Был аҙнала Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтә. Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова белдереүенсә, үҙенсәлекле тамаша һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар әҙерләнгән.
Урындағы ҡоролтай милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе үҙәк булып тора. "Йәштәрҙе лә онотмайбыҙ, улар өсөн дә саралар ойоштарыбыҙ", - ти Гөлназ Ибраһимова.




