ВИД телекомпанияһының иң беренсе һәм уңышлы проектарының береһе 31 йыл элек, 1990 йылдың 25 октябрендә эфирға сыға. “Мөғжизәләр яланының” тәүге алып барыусыһы Владислав Листьев. Ул һәләк булғандан һуң, 1991 йылдың ноябренән тапшырыуҙы эфирға Леонид Якубович алып сыға. Ул бөгөн дә “Мөғжизәләр яланының” алыштырғыһыҙ алып барыусыһы. Программа һәр йома күрһәтелә. Унда Рәсәй генә түгел, элекке Советтар Союзы республикаларынан да күпләп ҡатнашалар.







