Башҡортостанда өс кеше ут ҡорбаны булған

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районында 33 йәшлек егет, Миәкәлә 43 йәшлек ир янғында үлгән. Бөгөн төндә Ишембай ҡалаһында ағас йорт янған. Утты һүндергәндә 1979 йылғы ир кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, ул диванда тәмәке тартып ятҡан. Йыл башынан республикала 9 мең ярымдан ашыу янғын сыҡҡан, утта 210 кеше, шул иҫәптән 13 бала, һәләк булған.

Фото №1 - Башҡортостанда өс кеше ут ҡорбаны булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ