Бындай ҡарар эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып ҡабул ителгән. Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, госпиталдәр төҙөлөшө өсөн аҡса бар, эштәр тиҙҙән башлана.
Республика башлығы Радий Хәбиров яңы госпиталдәр өсөн табиптар коллективтарын әленән үк әҙерләргә ҡушты.




