Республикала бөгөндән коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында яңы сикләүҙәр көсөнә инде

Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров  ҡул ҡуйҙы.

Республикала бөгөндән коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында яңы сикләүҙәр көсөнә инде

Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял иғлан ителде. “Каникулда өйҙә тороғоҙ,  ҡунаҡҡа йөрөмәгеҙ”. Ялда халыҡ һаулығын хәстәрләргә тейеш тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева. Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Госпиталдәрҙә ауыр хәлдәге пациенттар һаны арта. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцина яһатыу мөһим. Ялда прививка эшләтегеҙ, ти Римма Үтәшева.

Республикала бөгөндән коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында яңы сикләүҙәр көсөнә инде

Үткән тәүлектә республикала 670 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 36 кеше вафат булған. Әле стационарҙа 1 меңдән ашыу пациент дауалана. Уларҙың 73-ө ауыр хәлдә, 8 сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Фото №1 - Республикала бөгөндән коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында яңы сикләүҙәр көсөнә инде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ