Башҡортостанда ошо аҙнала ике ковид госпиталь төҙөлә башлай

Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. 

Медицина учреждениеларының береһе Сибайҙа, икенсеһе Туймазы ҡалаһы эргәһендә сафҡа индерелә. Төбәктә эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыу сәбәпле дауаханалар тиҙ арала күтәрелә. Йәғни Зубов һәм Стәрлетамаҡ клиникаларын төҙөгәндәге технологиялар ҡулланыла.

 Радий Хәбиров дауаханаға хеҙмәткәрҙәрҙе әле үк туплай башларға ҡушты. Инфекция госпиталдәре файҙаланыуға тапшырылыуға медицина кадрҙары менән тотҡарлыҡ булмаҫҡа тейеш. Бөгөндән иһә республикала яңы сикләүҙәр ҙә ғәмәлгә инде, бар хәүефһеҙлек талаптары ла мәкерле сирҙе таратмау, коронавирус йоҡтороусылар һанын кәметеү өсөн эшләнә.

Табиптар халыҡтың ғүмере өсөн көрәшкән ваҡытта, ветеринарҙар ҡоштар именлеге һағында тора. Әле ҡош киҙеүе буйынса Туймазы районында карантин индерелгән, сир Бишҡурай һәм Николаевка ауылдарында теркәлгән. Ветеринарҙар ошо биләмәләге ике ҙур фермала һәм биш километр радиусындағы шәхси хужалыҡтарҙағы йорт ҡоштарын яндырырға мәжбүр булған. Йәғни ҡош киҙеүе арҡаһында бөтәһе 10 меңдән ашыу ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ юҡ ителгән.

Белгестәр әйтеүенсә, әле юғалтыуҙар иҫәпләнә һәм хужаларға матди ярҙам күрһәтеү алымдары ҡарала. Әлегә хәл тотороҡланған тип әйтергә мөмкин, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Сөнки ҡош киҙеүен ҡырағай ҡоштар тарата, улар һыу йәки ем аша ла йоғорға  мөмкин. Республика менән сиктәш төбәктәрҙә африка тағуны ла теркәлгән.

Фото №1 - Башҡортостанда ошо аҙнала ике ковид госпиталь төҙөлә башлай

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ