27 октябрҙән яңы талаптар үҙ көсөнә инә

Башҡортостанда 27 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцина үтәлеше тураһында сертификат йәки һуңғы 6 ай эсендә ковид-19 менән сирләүҙе иҫбатлаусы белешмә күрһәтеү талап ителә.

 Быға тиклем ҙур кибеттәрҙә һуңғы ике тәүлектә эшләтелгән ПЦР анализ һөҙөмтәләре лә ҡабул ителә ине. Яңы талаптар үтәлешен тикшереү өсөн сауҙа үҙәктәрендә даими рейдтар ойошторола.

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре кибеттәргә инеү урынында сертификаттарҙы һәм справкаларҙы тикшереп, хәүефһеҙлек саралары үтәлешен ҡарарға ярҙам итә. Вакцина үтәлеше тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә ауырығанды раҫлаусы документ булмаған осраҡта сауҙа үҙәктәренә инеү тыйыла.

Өфө сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцинация тураһында сертификат йәки шәхес һуңғы 6 ай эсендә коронавирус менән ауырығанды иҫбатлаусы справка күрһәтеү мотлаҡ. Талаптар менән риза булмаған граждандар юҡ түгел, үҙгәрештәргә  ҡағылышлы аңлатыу эше алып барабыҙ. Сауҙа үҙәктәренә кеше күпләп йөрөй, шуға ла хәүефһеҙлек сараларына иғтибар арта.

Айҙар Танғатаров, Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының күҙәтеү бүлеге баш белгесе

25 октябрҙән сауҙа баҙарҙарына инеү өсөн дә талаптар арта – унда ла сауҙа үҙәктәренә ингәндә кеүек документтарҙы күрһәтергә кәрәк була. Үҙгәрештәр ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләренә һәм аҙыҡ-түлек кибеттәре эшмәкәрлегенә ҡағылмай.

Валерий Белов, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары
Фото №1 - 27 октябрҙән яңы талаптар үҙ көсөнә инә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ