Унда ҡатнашыу өсөн вместеуфа нөктә рф һәм вместерб нөктә рф сайттарында теркәлергә кәрәк. Ҡатнашыусыларға ҙур сауҙа йорттарында ташламалар ҡаралған, шулай уҡ аҙна һайын лотерея рәүешендә төрлө бүләктәр уйнатыла. Акция 1 ноябрҙә башлана һәм йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте коронавирус арҡаһында иғлан ителгән ял көндәрендә ҡунаҡҡа йөрөмәҫкә кәңәш итә. Шулай уҡ сауҙа үҙәктәренә һирәгерәк сығырға тырышырға кәрәк, ти белгестәре.
Был көндәрҙә саф һауала күберәк йөрөү, коронавирустан прививка эшләү дөрөҫ була, тигән кәңәштәр ҙә бирелә. Рәсәйҙә коронавирус таралыуҙы сикләү маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябрҙә тиклем ял иғлан ителде.







