Төбәктә халыҡты теркәү менән 200-гә яҡын иҫәп алыусы шөғәлләнә. Әйткәндәй, Өфө районы һуңғы 10 йыл эсендә бик күп үҙгәрештәр кисергән. Урындағы халыҡтың, ауыл биләмәһенең артыуы шулар иҫәбендә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Рәйфә һәм Ғаяз Вәлиевтар Шамонинға 2017 йылда Федоровка районы Бала Сытырман ауылынан күсеп килә. Ике бала тәрбиәләгән атай менән әсә икеһе лә мәғариф тармағы ветерандары. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыуҙы улар мөҡәддәс бурысы тип һанай.
Иҫәп алыусы үҙе лә Шамонин ауылынан. Шуға ла Светлана Ғәйнуллинаны күптәр танып белә. Шуға халыҡта артыҡ һорауҙар ҙа тыумай.
Өфө районын ауылдары буйлап 198 иҫәп алыусы эшләй. Күптәр урында йәшәүселәр. Теләге булған һәр кем халыҡ иҫәбен алыуҙа «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша ҡатнаша ала. Йә иһә урындағы стационар участка белгестәренә сығырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин







