Киләсәк автомобиле. Техниканың тышҡы ҡиәфәте башҡа машиналарҙан айырылмай, ләкин салон эсендә заманса күп функциялы гаджеттар менән йыһазландырылған. Ҡулдан яһалған автомобилдә БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова йөрөп ҡараны.
Тәү ҡарашҡа ябай 99-сы маркалы «Ваз» автомобиле. Уны етештереү туҡтатылһа ла, Рәсәй юлдарында элекке моделде йыш ҡына осратырға була. Сирень төҫөндәге машина бер нисә секунд эсендә тиҙлек йыйып, тауышһыҙ хәрәкәт итә. Салон эсендә иһә күҙ өйрәнгән панелдәр приборы түгел, ә заманса гаджеттар. Автомобилде тоҡандырғанда ла асҡысты ҡуйырға кәрәкмәй, уны терәү ҙә етә.
Үҙ ҡулдары менән йыйған электромобиль хәрәкәт итеп китһен өсөн Стәрлетамаҡта йәшәүсе Вячестав Иванов ике йыл дауамында тырышып эшләй. Күпләп видео ҡарай, башҡа төбәктәрҙә лә электромашина төҙөүселәр менән аралаша. Үҙенсәлекле автомобилде эшләү идеяһы Вячеславҡа 20 йыл элек, техникумда уҡып йөрөгән ваҡытта килә. Яңы машина алғас, 99-сыны түбән хаҡҡа һатыу йәл булды, ти ул. Шуға күрә ҡыйыу экспериментҡа батырсылыҡ итә.
Электр энергияһы ярҙамында хәрәкәт иткән ВАЗ яҡынса 130 километр юлды үтә, ә тиҙлеге сәғәтенә 100 километрға тиклем етә ала. Стәрлетамаҡта электр менән заправкалау станцияһы юҡ, шуға күрә Вячеслав техниканы ябай 220 вольтлыҡ розетка ярҙамында зарядлай. Аккумуляторҙы 100 процентҡа тиклем еткереү өсөн ғәҙәттә 12 сәғәт талап ителә.
Оҫта ҡуллы ир ике электромашина менән туҡтап ҡалырға уйламай. Вячеслав үҙенең ютуб-каналына видеояҙмалар төшөрөп һала. Улар транспортты үҙенсәлекле итеп үҙгәртеп төҙөргә теләүселәр өсөн күрһәтмәләр темаларына арналған.
Әлфинә Килдейәрова







