Алтай урамындағы боронғо бина 20-се быуат башында ҡалҡып сыға. Шул ваҡытта уҡ белгестәр һыуҙы таҙартыу өсөн француз технологияһын ҡуллана. Ағиҙел йылғаһының бейек ярында төҙөлгән ҡоролма биш тиҫтә йыл буйына халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итә. Янғындарҙы һүндереүгә лә уның һыуы ҡулланыла.
Артабан бында Башҡорт дәүләт университеты обсерваторияһы урынлаша. 80-се йылдар аҙағында һыу башняһы файҙаланыуҙан алына. Экспертиза һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, мәҙәни мираҫ объекты үҙенең тарихи йөҙөн һаҡлап ҡала ҡалған. Киләсәктә ул төҙөкләндерелеп туристик маршрутҡа индерелер тип көтөлә.
Илдар Байбулатов







