Республика Башлығы баш ҡаланың юбилейына әҙерлек буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Унда Өфөлә төҙөләсәк объекттар проекты ҡаралды. 2024 йылғаса Көрәш, Фехтование һәм Ишеү слаломы үҙәктәре барлыҡҡа килергә тейеш. Өфөлә шулай уҡ Евразия китапханаһы һәм Математика лицейы була. Октябрь революцияһы урамы яңы төҫ ала. Бында транспорт хәрәкәте һаҡлана, йәйәү йөрөү өсөн урын күберәк була. Радий Хәбиров төп урамдар һәм архитектура һәйкәлдәрен яҡтыртыуға иғтибар итергә ҡушты. Республика Башлығы Өфөнөң 450 йыллығына брендбук эшләү мөһимлеген билдәләне. Был йыйынтыҡта юбилейға бәйле мәҙәни-күңел асыу саралары теҙмәһе, байрам майҙансыҡтары урындары, сауҙа йорттары һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күрһәтеләсәк.







