Республикала 7 мең 400-ҙән ашыу белгес йәниҫәп алыу менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә иҫәпселәр йорт һәм фатирҙар буйлап йөрөп халыҡтан мәғлүмәт йыя. Нефтекамала кампания барышы менән хәбәрсебеҙ Зилә Аҙнабаева таныштыра.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргәсә дауам итә.







