Өфөлә коронавирус таралыуын сикләгән талаптарҙы үтәмәгән өсөн 750-нән ашыу протокол төҙөлгән

Баш ҡалала йәмәғәт урындары буйлап рейдтар дауам итә. Комиссия сауҙа, мәҙәниәт, спорт объекттары һәм ойошмаларҙа санитар талаптар үтәлешен баһалай. 4 октябрҙән 24 меңдән ашыу тикшереү уҙғарылған. Комиссия вәкилдәре 1 мең ярымдан ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән һәм 754 протокол төҙөгән. Санитар талаптарҙы үтәмәгән ойошмаларға 500 мең һумғаса штраф һалына һәм эшмәкәрлеге туҡтатыла. Быға тиклем Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында сауҙа үҙәктәре ябылғайны.

Фото №1 - Өфөлә коронавирус таралыуын сикләгән талаптарҙы үтәмәгән өсөн 750-нән ашыу протокол төҙөлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ