Бөгөн республика Милли музейында 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы менән таныштыралар

Башҡорт уҡсыларын данлап... 1919 йылда башҡорт яугирҙары Петроградты генерал Николай Юденич ғәскәрҙәре һәм сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа ҡатнаша. Шул осорҙағы әләм һаҡланып ҡала. Ул шәхси коллекциянан республикаға тапшырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров октябрь башында уны социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәткәйне. “Әләм беҙҙең өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы. Ул белгестәрҙе яңы эҙләнеүҙәргә этәрер”, тип иҫәпләй тарихсы Азат Ярмуллин.

Бөгөн республика Милли музейында 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы менән таныштыралар

Башҡорт уҡсылар полкы байрағы атҡаҙанған төҙөүсе, меценат Филүс Ишбулатовтың тырышлығы менән республикаға ҡайтарылды.

Фото №1 - Бөгөн республика Милли музейында 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы менән таныштыралар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ