Һәр кеше мөһим. Бөтә донъя башҡорттары социаль селтәрҙә флешмоб иғлан итте. Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашырға саҡырып, видеояҙма менән уртаҡлаша. “Йәниҫәп әһәмиәтле сара. Беҙгә милләт һәм тел тураһындағы һорауҙарға етди ҡарарға кәрәк”, - тигән фекерҙә Сочи ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Әлиә Әбдрәшитова.
Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итә. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 800 347 11 02.







