Коронавирус тағы 35 кешенең ғүмерен өҙҙө

Республикала бер тәүлек эсендә 24 мең самаһы кеше коронавирустан вакцина яһатҡан. Прививканың беренсе компоненты 1 миллион 585 меңдән ашыу кешегә эшләнгән. 1 миллион 307 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 83 меңгә яҡынлаша. Пандемия башланғандан алып, 82 мең 818 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығанан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 669 кешелә хәүефле инфекция раҫланған, 35 кешенең ғүмере өҙөлгән. Стационарҙа ятҡан 1 меңгә яҡын пациенттың 59-ы ауыр хәлдә. Табиптар әйтеүенсә, 7 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Фото №1 - Коронавирус тағы  35 кешенең ғүмерен өҙҙө
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ