Ғәскәровсыларҙың Рәсәй буйлап гастролдәре тамамланды

Һәр төбәктә лә тамашасылар ғәскәровсыларҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Санкт-Петербургта мәҫәлән, ижади колективтың гастролдәре Башҡортостан көндәренә тура килһә, Владимир, Тверь һәм Бөйөк Новгород ҡалаларында билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бирелгән.

Данлыҡлы ижади коллектив солистары концерттан тыш, оҫталыҡ дәрестәрен дә алып барған. Бейеүселәрҙе башҡорт хореографияһы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуы ҡыуандырған.

Ғәскәровсылар гастроль барышында «алтын фонд»ҡа ингән бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров сәхнәгә сығарған композициялар ҙа, илдең төрлө ансамбль хореографтарының ижад емештәре лә бар.

Фото №1 - Ғәскәровсыларҙың Рәсәй буйлап гастролдәре тамамланды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ