15 октябрҙә Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Милләтебеҙҙең бөгөнгө торошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми тарихҡа яҙып ҡалдырыусы әһәмиәтле сараның һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй. Киләсәген ҡайғыртҡан милләттәштәребеҙ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Билдәле шашкасы Тамара Танһыҡҡужинаның бөгөнгө иртәһе йәниҫәп алыусыны өйөндә ҡабул итеүҙән башланды. Анкетала 33 һорау, әммә милләткә ҡағылышлыһы уның өсөн айырыуса әһәмиәтле. Сөнки Тамара Михайловна үҙен тулы ҡанлы башҡорт тип иҫәпләй.
Республиканан ситтә тыуып-үҫһә лә, тап танылған спортсы итеп уны Башҡортостан үҫтерә. Бөтә ҡаҙаныштарын Башҡортостан менән бәйләй, сит-ят тарафта башҡорт иленең һәм халҡының данын яҡлауы менән ихлас ғорурлана.
Тамырҙарында башҡорт ҡаны ағыуы менән билдәле журналист Вячеслов Голов та хаҡлы рәүештә ғорурлана. Атаһы рус милләтенән булһа ла, Өфөлә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, әсә телен туған теле тип һанай, башҡортса иркен аралаша, ижад итә. Халҡыбыҙҙың артабанғы яҙмышы үҙебеҙҙән тора. Киләсәкте булдырыу өсөн иҫәп алыуҙа һәр кем әүҙемлек күрһәтергә бурыслы, ти Вячеслав Николаевич.
Башҡортостан – Рәсәйҙең бай тарихлы һәм алдынғы төбәктәренең береһе. Төп халыҡ – башҡорттар республиканы булдырыусы, төбәгебеҙгә тап ошо статусты биреүе менән әһәмиәтле. Ә инде республика статусы ошо ерҙә йәшәүсе бөтә халыҡтар файҙаһына бик күп һорауҙарҙы хәл итергә булышлыҡ итә.
Яңауыл районында 36 милләт вәкиле йәшәй. Район тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшебеҙҙә уларҙың һәр ҡайһыһының мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ. Район халҡына иҫәп алыуҙа ҡатнашып, үҙҙәре лә киләсәкте төҙөргә ярҙам итеүҙәрен аңлатабыҙ, ти хакимиәт башлығы.
Халыҡ иҫәбен алыу – илдә йәшәгән кешеләрҙең һанын, уларҙың социаль-иҡтисади үҙенсәлектәре, торлаҡ, эш шарттары, белем кимәленә бәйле мәғлүмәти ресурстарҙы формалаштырыуҙың төп сығанағы булып тора.
Артабан тап ошо социаль-иҡтисади параметрҙар нигеҙендә дәүләт кимәлендә мөһим ҡарарҙар, программалар ҡабул ителә. Ә милләттәр, туған телдәр тураһындағы мәғлүмәттәр илдең этномәҙәни төрлөлөгөн күҙаллау, уларҙы һаҡлау өсөн мөһим. Шулай итеп, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең киләсәгендә сағылыш табасаҡ, милләттәр, телдәр, мәҙәниәттә яҙмышын билдәләйәсәк.
Илдар Байбулатов







