Республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә

Ул Башҡорт тарихы йылына арнала һәм туған телебеҙҙе популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Тәтешле районында фестиваль сиктәрендә уҙған сара “Шәжәрәңде барла” тип аталды. Тамашала Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны. “Түңгәүер” бейеү ансамбле ялҡынлы бейеүҙәре менән әсир итте, ҡурай моңо күңелде арбаны”, - ти Шулған ауылынан Ынйы Бәҙретдинова.

Республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә

Кисәлә Тәтешле районы һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына арналған сығыштар булды. “Ата-бабаларыбыҙҙың данлы ла, шанлы ла үткәне менән ғорурланам”, - ти танылған йырсы, яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе, артистың исемен йөрөткән күргәҙмәләр комплексы баш белгесе Фирүзә Ибәтуллина.

Республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә

Бөгөн Нефтекама филармонияһы артистары Асҡын районында сығыш яһай.

Фото №1 - Республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ