Бында йыл һайын 15 меңдән ашыу педагог белемен камиллаштыра ала. Хөкүмәттә федераль мәғариф үҙәге проекты ҡаралды. Ул өс этапта тормошҡа ашырыла. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, мәғариф үҙәгендә урта һөнәри уҡыу йорттары уҡытыусылары әҙерләнә һәм квалификацияһын үҫтерә ала.
Федераль мәғариф үҙәге Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” паркы нигеҙендә эшләй. Был биләмәлә “Worldskills Russia” милли чемпионаты финалы уҙҙы.




