Өфөнөң юбилейына ҙур спорт объекттары төҙөлә

Өфөнөң 450 йыллығына бүләк. 2024 йылға тиклем баш ҡалала ике спорт объекты – ишкәк слаломы комплексы һәм фехтование, көрәш үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Евразия китапханаһы һәм 350 уҡыусыға иҫәпләнгән математика лицейы, уның янына 250 балаға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ төҙөү күҙаллана. Октябрь Революцияһы урамы реконструкциялана, йәйәүлеләр һуҡмағы киңәйтелә, иҫке биналар төҙөкләндерелә. Өфө мэры Сергей Греков.

Өфөнөң юбилейына ҙур спорт объекттары төҙөлә

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына брендбук әҙерләргә ҡушты. Был йыйынтыҡта юбилейға бәйле мәҙәни-күңел асыу саралары теҙмәһе, байрам майҙансыҡтары урындары, сауҙа йорттары һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күрһәтеләсәк.

Фото №1 - Өфөнөң юбилейына ҙур спорт объекттары төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ