“Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аға. Милләтем менән ғорурланам”. Шулай тип белдерҙе беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында билдәле журналист, “Вечерняя Уфа” газетаһының баш мөхәррире Вячеслов Голов. “Халҡыбыҙ яҙмышы беҙҙән тора. Киләсәкте булдырыу өсөн иҫәп алыуҙа һәр кем әүҙемлек күрһәтергә тейеш”, - тигән фекерҙә ул.
Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итә. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 800 347 11 02.







