Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике бала торлаҡлы булды

Көтөп алынған фатир. Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике бала торлаҡлы булды. Бәхетле исемлектә Сиҙәм ҡасабаһынан Диана Әфләтүнова менән Байғусҡар ауылынан Динар Килдебаев та бар. Уларға Аҡъярҙан берешәр бүлмәле фатир асҡыстары тапшырылды.

Район хакимиәте етәкселеге йәштәр менән осрашып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Быйыл Хәйбуллала ун балаға торлаҡ бүлеү ҡаралған, уларҙың өсәүһе документтарҙы киләһе айҙарҙа рәсмиләштерәсәк. Шул уҡ ваҡытта тағы ла йөҙгә яҡын етемдең күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сиратҡа ҡуйылыуы билдәле.

Фото №1 - Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике бала торлаҡлы булды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ