Һаҡ булығыҙ, Өфөлә ҡара риэлторҙар эшләй!

Мутлашыу юлы менән фатир һатыусыларға тарыған ағалы-һеңлеле Ткаченколарҙың эше хоҡуҡ органдары менән берлектә ҡаралды. Хәлде БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡларға тырышты.

Моргта ятҡан мәйеттең паспортына башҡа  фото йәбештереп риэлторҙар фатирҙы үҙ кешеһенә һатып ебәргән. Ә бер нисә айҙан инде торлаҡты 2 миллион 750 мең һумға  Ткаченколар һатып алған. Оксана әйтеүенсә, уға тиклем фатир тураһында Росреестарҙан ыңғай мәғлүмәт алғандар. Тик теркәү процессы башланғас ҡына васыят буйынса торлаҡтың элекке эйәһе- 80 йәшлек ханымдың  вариҫы барлығы асыҡланған.   

Өфө үҙәгендә улар 2019 йылдың октябрендә фатир һатып алып ремонт эшләнек. Тик был торлаҡта яңы тормош башлар урынына яңы проблемалар көткән. Вариҫ Татарстандан, ул  беҙең фатирҙы бушатыуҙы һорай.

Оксана Ткаченко

Хоҡуҡ органдары ҡара риэлторҙар эшмәкәрлеген тикшергәндә, Өфөлә ҡырҡтан ашыу фатир алдашыу юлы менән һатылыуы асыҡланған. Урланған егерме фатир буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ткаченколарҙың эше прокуратура, ҡала хакимиәте, юристар, Росреестр хеҙмәткәрҙәре менән  йыйылышта ҡаралды.

Росреестрҙан белешмә алдыҡ, һатыусыһы риэлторҙар агентлығы директоры ине фатирҙың документтар яғынан таҙалығына бер ниндәй шикләнеү булманы.

Алексей Ткаченко

Фатир хужаһы өлкән йәштәге ханым 2019 йылдың 18 майында вафат булған. Адвокат әйтеүенсә, күп функциялы үҙәктә торлаҡты һатыу буйынса документтар 20 майҙа теркәлгән. Ҡара риэлторҙар ғәҙәттә яңғыҙ йәшәгән, балаһы булмаған оло йәштәгеләрҙең фатирҙары менән эш итә.

Суд ваҡытында судъя вариҫты зыян күреүсе тип таныны, ә Ткаченколарға бер ниндәй ҙә статус бирелмәне. Улар эштән бөтөнләй ситтә ҡалды һәм һуңғы суд ултырышында фатирҙы вариҫҡа ҡайтарырға тигән ҡарар сыҡты.

Рәмил Ғиззәтуллин, адвокат
Башбат

Һөҙөмтәлә, бер туған Ткаченколар аҡсаһыҙ ҙа, фатирһыҙ ҙа ҡалған. Әммә улар артабан да ғәҙеллек юлламаҡсы. Ҡара риэлторҙарҙан алданыусылар хәрәкәтен ойошторалар. Ултырышта прокуратура хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, тәфтиш комитетының тикшереү үткәреүенең законлығына баһа биреләсәк. 

Ҡара риэлторҙар  ялған  паспорттар менән эшләй. Улар яңғыҙ йәшәп вафат булған өлкәндәрҙең, психиатрия дауаханаларында ятыусыларҙың документтарын эшләүсән.

Юрий Попов, Башҡортостандың тикшереү, тәфтиш һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса прокуратура идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы  

Хоҡуҡ органдары белдереүенсә, күсемһеҙ милектең йыш һатылыуы ла һағайырға сәбәп. Аҡса күсергәнгә тиклем фатирҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк.

Күсемһеҙ милек һатып алырға теләгәндә мөмкин тиклем уға ҡағылышлы мәғлүмәтте күберәк тупларға тырышһындар ине. Быйыл ғына Росреестрҙа законһыҙ документ теркәргә йыйыныуҙың ун бер осрағы теркәлеп, хоҡуҡ органдарына ебәрелде.

Сергей Мережников Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге етәксеһе

Уҙған йылдарҙа иһә законһыҙ күсемһеҙ милек теркәү менән мөрәжәғәт итеүҙең 44 осрағы билдәле. Был әле рәсми һандар ғына. 

Фото №1 - Һаҡ булығыҙ, Өфөлә ҡара риэлторҙар эшләй!

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ