Янғында зыян күргән өфөләр дөрөҫлөк эҙләй

 Вагондар урамындағы 5-се йортта балалы ғаиләләр, пенсионерҙар йәшәй. Улар әйтеүенсә, һалым, коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанциялар килһә лә, йорт күп фатирлы булараҡ бер документта ла күрһәтелмәгән. Торонбашҡа әйләнгән йортто кем тергеҙергә тейеш һәм быға тиклем түләүҙәр кем иҫәбенә күсеп барған? Теманы БЮТ кааналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Был төндө Вагондар урамы 5-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә ут тотош күп фатирлы ағас йортто ялмап ала. Төтөн һәм ялҡын эсенән ҡотолоу өсөн 7 йәшлек Марта икенсе ҡаттан тәҙрә аша һикерә. Артынса ҡулына сабый тотҡан ғаилә башлығы ла ошо уҡ аҙымды һайлай, ә йөклө ҡатынына күршеләре ярҙамға килә.

Алена Красильникова улының тере ҡалыуын мөғжизәгә тиңләй. Фажиғә төнөндә ул дуҫында йоҡларға ҡалған була. Янғын ваҡытында йоҡо бүлмәһенең түбәһе карауат өҫтөнә килеп төшә. Әгәр улым өйһә булһа, нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, ти зыян күреүсе ҡатын.

Ә бына Зиниә Әнғәм ҡыҙының фатирына ялҡын уттары барып етмәһә лә, булған мөлкәте һыулана. Һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, телевизор һәм башҡа техника яраҡһыҙ хәлдә. Еүешкә бөжәктәр эйәләр, ә әйберҙәр сереп бөтөр тип хафалана 69 йәшлек пенсионер. Ваҡиға төнөндә ҡатын ҡыҙында була, янғын тураһына хәбәрҙе күршеләре шылтыратып әйтә.

Вагондар урамындағы 5-се йорт 1917 йылда төҙөлгән. Бер быуаттан ашыу тарихы булған бинала капиталь ремонт үткәрелмәй. Өй менән ихатаны милекселәр үҙҙәре төҙөләндереп, квитанцияларҙы ла ваҡытында түләп бара. Ләкин документтар буйынса йорт күп фатирлы тип һаналмағаны асыҡлана. Торлаҡ-коммуналь хужалығы реестрында иһә был адрес бөтөнләй иҫәпләнмәй.

Торлаҡ йорт муниципалитет иҫәбендә түгел, авария хәлендә тип тә танылмаған. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа адреслы программаға эләгеү мөмкинлеге юҡ, тип хәбәр итәләр Ленин районы хакимиәтенән.

Ләкин төҙөлә башлар алдынан, йортто һүтергә кәрәк. Быны милекселәр нисек атҡарып сығыр – билдәһеҙ. Янғындан зыян күреүселәр дөйөм иҫәп асып, мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай.

40817 810 7 0600 9205302 (Азат Әхмәт улы С.)

Фото №1 - Янғында зыян күргән өфөләр дөрөҫлөк эҙләй

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ