Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең 83 төбәгендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары артыуы күҙәтелә

Ике төбәк – Башҡортостан менән Чукоткала күрһәткестәр юғары булыуға ҡарамаҫтан, хәл тотороҡлана. Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анна Попова белдерҙе.

Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда хәлдең тотороҡланыуы тәү сиратта сир таралыуға ҡаршы күрелгән саралар һөҙөмтәһенә бәйле. Бөгөндән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцина сертификаты йәки һуңғы 6 ай эсендә коронавирус менән сирләүҙе иҫбатлаусы белешмә күрһәтергә кәрәк.

Быға тиклем ҙур кибеттәрҙә һуңғы ике тәүлектә бирелгән ПЦР-тест һөҙөмтәләре лә ҡабул ителә ине. Вакцина сертификаты йәки ярты йыл эсендә ауырығанды раҫлаусы документ булмаған осраҡта, сауҙа үҙәктәренә инеү тыйыла.

Фото №1 - Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең 83 төбәгендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары артыуы күҙәтелә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ