Республика үҫмерҙәре «Ландшафт дизайны» компетенцияһында көс һынаша

 8-9 синыф уҡыусылары араһында Worldskills 7-се төбәк чемпионатының һайлап алыу этабы Өфө лимонарийы биләмәһендә үтә. Көсөргәнешле ярышта республика төбәктәренән 10 команда ҡатнаша. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Рушан менән Вилена Ворлдскилс чемпионатының һайлап алыу турында беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ейәнсура ауылы үҫмерҙәре «Ландшафт дизайны» буйынса башта теоретик белемдәрен нығытҡан. Бөгөн иһә баҡса биҙәү эштәрен һынау рәүешендә үтәй. Етәкселәр, эксперттар уларҙың ландшафт дизайнын үтәүен ситтән генә күҙәтә.

8-9 синыф уҡыусылары алдында ағас ултыртыу, таш плитәләрҙән, ағасты арҡырыға киҫеп әҙерләнгән түңәрәктәрҙән юл түшәү, уртаса ҙурлыҡтағы таштарҙан габион стеналар ҡороу маҡсаты тора. Был эштәр алдан иҫәпләүҙәр буйынса теүәл һәм сифатлы башҡарылырға тейеш. Уҡыусыларҙың сығыштары өсөн етәкселәре лә бик борсола, әммә чемпионатта ярҙам итеү һәм башҡа ым-ишаралар тыйылған.

 Ворлдскилс чемпионатына һайлап алыу этабы Өфө лимонарийы биләмәһендә ойошторолған. Үҫмерҙәрҙең Фәриҙә Садиҡова етәкселегендәге абруйлы эксперттар төркөмө баһалай.

Һайлап алыу турында техник хәүефһеҙлекте тәьмин итеү талаптарына етди иғтибар бүленә. Шуға ла үҫмерҙәр электр приборҙарын ҡуллана алмай, ҡул бысҡылары менән эшләй.

«Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса ярыштарҙың һайлап алыу турында икешәр кешенән торған 10 команда ҡатнашты. Үҫмерҙәр 3 сәғәт эсендә 9 квадрат метр майҙанда баҡса биҙәп күрһәтергә тейеш ине. Бөгөнгө чемпионаттың һайлау алыу туры еңеүселәре декабрҙә төбәк конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

Фото №1 - Республика үҫмерҙәре «Ландшафт дизайны» компетенцияһында көс һынаша

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ