Башҡортостан халыҡты вакциналау темпы буйынса ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, тәү сиратта 60 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә вакцина эшләнә. Шулай уҡ коронавирус таралыуға бәйле хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Һуңғы бер нисә көндә сир йоҡтороусылар һаны 670-тән артмай. Уңыш тураһында һөйләргә әле иртә. 8 меңдән ашыу кеше коронавирустан дауалана, тине Максим Забелин. Быға тиклем Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Анна Попова Башҡортостанды һәм Чукотка автономиялы округын иң тотороҡло төбәктәр тине. Башҡа 83 төбәктә ауырыусылар һаны даими арта бара.




