Өфө балалар баҡсаларында түләү арта

1 ноябрҙән ата-әсәләрҙән күберәк ала башлайҙар. Бер балаға бер көн 151 һумға төшә, тип хәбәр итәләр Өфө хакимиәтенән. Бала 21 көн буйы баҡсаға йөрөһә, 3 мең 171 һум түләргә кәрәк була. 2017 йылдан алып аҙыҡ-түлеккә хаҡ уртаса 40 процентҡа артҡан. Балалар өсөн дә түләү суммаһы күтәрелеүе ошоға бәйле тип аңлаталар мэриянан.

Фото №1 - Өфө балалар баҡсаларында түләү арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ