Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле бер урмансыға 11 мең ярым гектар урман тура килә. Бөрйән һәм Белорет райондарында был майҙан 50 мең гектарға етә. Элегерәк тармаҡта 10 меңгә тиклем кеше эшләһә, әле 2 мең хеҙмәткәр ҡалған. Урмансыларға айына уртаса 29 мең һум түләнә, тип хәбәр итәләр ведомствонан.







