Ирекмәндәр пандемия шарттарында өлкәндәргә ярҙам итә

“Беҙҙең хәстәрлек” ололарҙы хәстәрләй. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең ирекмәндәр үҙәге изоляцияла булған өлкән йәштәгеләргә ярҙам итә. Волонтер Азат Ҡасҡынов әйтеүенсә, бигерәк тә яңғыҙ йәшәүселәр иғтибарға мохтаж. Улар йыш ҡына аҙыҡ-түлек, дарыу килтереүҙе һорап, мөрәжәғәт итә.

Ирекмәндәр пандемия шарттарында өлкәндәргә ярҙам итә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, ирекмәндәр хәрәкәтен киңәйтеү мөһим. Коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә волонтерҙарҙың эше айырыуса әһәмиәткә эйә, ти ул.

Ирекмәндәр пандемия шарттарында өлкәндәргә ярҙам итә

“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге былтыр мартта ойошторолдо. Ул 25 ойошманы берләштерә. Үҙәк медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, “Хәстәрлек. Такси” акцияһы барышында ирекмәндәр табиптарҙы ковид-госпиталгә эшкә алып барыуҙы ойоштора. Ирекмәндәр менән бәйләнеш телефоны:  8-800-201-89-03. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - Ирекмәндәр  пандемия шарттарында  өлкәндәргә  ярҙам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ