Республикала коронавирус йоҡтороусылар 84 меңдән ашты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, 84 мең 155 кешегә шундай диагноз ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә 669 кешелә вирус табылған, 35 үлем осрағы теркәлгән. Әле 7 меңдән ашыу кеше өй шарттарында, 1 мең самаһы пациент стационарҙа дауалана. Бер тәүлек эсендә 25 меңдән ашыу кеше прививка эшләткән. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 623 мең самаһы кешегә эшләнгән. 1 миллион 321 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған.




