Премьер-министр Андрей Назаров республика Торлаҡ төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Ул Өфө янындағы “Зубово Лайф” торлаҡ комплексы майҙансығында ойошторолдо. Башҡортостанда йыл һайын 175 мең квадрат метр аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлә. 2024 йылға был күрһәткесте өс-дүрт тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйыла. Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү өсөн дәүләт яғынан ярҙам булырға тейеш.







