Туймазы ҡалаһында инфекция дауаханаһы төҙөлә

     БөгөнРеспублика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булды. Ул инфекция дауаханаһын төҙөү биләмәһен ҡараны һәм ойоштороу эштәренә бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Андрей Назаров төҙөлөш майҙансығының тулыһынса әҙер булыуын һәм уның уңайлы урында һайланыуын билдәләне. Туймазы, Октябрьский һәм Бәләбәй ҡалаларындағы дауаханаларға ҙур көсөргәнешлек төшә. Шуға ла ковид-госпиталь һалыу мөһим, тип белдерҙе ул.

Туймазы ҡалаһында инфекция дауаханаһы төҙөлә

     Өфө районындағы Зубов ауылында урынлашҡан госпиталь 55, ә Стәрлетамаҡтағыһы 50 көн эсендә төҙөлгән. “Тәжрибә бар. Иң мөһиме – кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу”, тине Андрей Назаров. Премьер-министр әйтеүенсә, Туймазылағы инфекция дауаханаһын 50-70 көндә сафҡа индереү планлаштырыла.

Фото №1 - Туймазы ҡалаһында инфекция дауаханаһы төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ