Өфөлө бөгөн ололар өсөн коронавирустан вакциналау пункты асылды

      Прививка пунктына 65 йәштән өлкәндәр мөрәжәғәт итә ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә булдырылған. Ул Коммунистик урамы 39-сы йорт адресы буйынса “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” бинаһында урынлашҡан. Сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, вакциналау пункты Өләсәйҙәр һәм олотайҙар көнөндә ололар өсөн ҙур бүләк булды.

Өфөлө бөгөн ололар өсөн коронавирустан вакциналау пункты асылды

         Ололар өсөн коронавирустан вакциналау пункты эш көндәре иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем асыҡ була. Вакциналау йәки ревакциналауға “Берҙәм Рәсәй” партияһының шылтыратыуҙар үҙәге аша яҙылырға була. Телефоны – 8-800-201-89-03.

Фото №1 - Өфөлө бөгөн ололар өсөн коронавирустан вакциналау пункты асылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ