Өфөлә 11-cе Волга буйы стоматология форумы старт алды

Ике көн дауамында илдең төрлө төбәктәренән йыйылған теш табиптары заманса дауалау-диагностика алымдары менән танышасаҡ. Күләмле сара юбилей датаһына ла тура килде. Теүәл етмеш йыл элек Республика стоматология поликлиникаһы ойошторолған. Учреждение ҡаҙаныштары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Миәкәнән Зөһрә Мөхәмәтғәлиева Өфөгә теш алдырырға килгән. Республика стоматологияһы поликлиникаһы хеҙмәте менән ул тәүге йыл ғына файҙаланмай. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа дауаланыу күпкә ышаныслыраҡ булыуын билдәләй. 

Етмеш йыллыҡ тарихы булған учреждение республикалағы стоматология хеҙмәте флагманы һанала. Клиника тәүгеләрҙән булып денталь микроскоп менән йыһазландырыла. Ҡоролма 25 тапҡыр ҙурайтып күрһәтә, нәҙек каналдар, йәшерен ярыҡтарҙы билдәләргә мөмкин. Былтыр рентген-кабинетҡа киң ҡулланылышлы компьютер томографы ла һатып алына. Ғөмүмән, төбәктең төп стоматология поликлиникаһында матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. 

Өс йыл элек учреждениела балалар бүлеге ла асылған. Терапия, хирургия, ортодонт йүнәлештәре буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ республикала күсмә стоматология комплекстары ла эшләй. Бер йыл эсендә генә ун бер районда меңдән ашыу баланың тештәре тикшерелгән. Дауалауҙан тыш, иҫкәртеү саралары ла иғтибар үҙәгендә. Мәктәп йәшендәгеләргә сәләмәтлек дәрестәре уҙғарыла. Табиптар билдәләүенсә, тештәрҙе кесе йәштән үк һаҡларға кәрәк.

Тештәрҙе дауалау-диагностика алымдары йылдан-йыл камиллаша. Өфөлә үткән Волга буйы стоматология форумы ла тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҙғарылды. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығына стоматология хеҙмәтен нығытыу буйынса яңы проект-программалар ҙа еткерелде. Айырым категория граждандарҙың теш ҡуйыу сығымдарын тулыһынса ҡаплау тәҡдиме лә яңғыраны.

Форум сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм теш табибына ведомство наградалары тапшырылды. Шулай уҡ осрашыуҙа йәш кадрҙарҙы әҙерләүҙә Башҡорт дәүләт медицина университетының роле баһалап бөткөһөҙ булыуы билдәләнде. Юғары уҡыу йортонда стоматология факультеты теүәл  45 йыл элек ойошторолған. Бында буласаҡ белгестәрҙе әҙерләүҙә барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Фото №1 - Өфөлә 11-cе Волга буйы стоматология форумы старт алды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ