Мәшһүр бейеүсенең исеме мәңгеләштерелде

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Мөхәмәт Иҙрисов йәшәгән йортта иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Башҡорт бейеүен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе артисҡа арналған  сара киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп башҡарылды.

Мөхәмәт Иҙрисовтың тамырҙары Хәйбулла районы Мырҙа ауылынан. Ҙур сәхнәгә үҙешмәкәр сәнғәт аша килә. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә уңыш ҡаҙанғандан һуң, Фәйзи Ғәскәров һәләтле егетте үҙе етәкләгән ансамблгә саҡыра. Данлыҡлы ансамблдә Мөхәмәт Рамаҙан улы 22 йыл хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алғы һыҙыҡта 100-гә яҡын концертта хәрбиҙәр алдында сығыш яһай. Һалдаттарҙың Еңеүгә булған рухын күтәрә. Артист «Байыҡ», «Өс таған», « Һыу буйында», «Бүләк» бейеүҙәрен халыҡсан башҡарып, тамашасы күңелен яулай. 4-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙал, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.

Фото №1 - Мәшһүр бейеүсенең исеме мәңгеләштерелде

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ