Бөгөн уға 90 йәш тулған булыр ине

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсих Ханнановҡа арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Журналист, шағир һәм яҙыусының ике йөҙҙән ашыу шиғырына йыр яҙылған.

Кисәлә ҡатнашыусылар уның шиғырҙарын уҡыны, әҫәрҙәрен башҡарҙы. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән яҡташтары әҙиптең шиғырына яңы ғына яҙылған йырын ишеттерҙе. 

Баш ҡаланың Революция урамындағы 66-сы йортта Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был йортта шулай уҡ Әнғәм Атнабаев һәм башҡа билдәле шәхестәр йәшәгән. Рәсих Нурғәле улының яҡындары, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре шәхес тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште. 

Фото №1 - Бөгөн уға 90 йәш тулған булыр ине

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ