Раменскоела дзюдо буйынса Рәсәй Кубогы, ә Санкт-Петербургта самбо буйынса ил чемпионаты үтте. Көрәшселәрҙең уңыштары хаҡында киләһе яҙмала.
Алһыу Насирова тыумыштан күрмәй. Ҡыҙ балалар йортонда тәрбиәләнә, мәктәп-интернатта көрәш төрҙәре менән шөғөлләнә башлай. Спортта ярайһы уңыш ҡаҙанған, әммә ирешелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай.
Рәсәй Кубогында 56 килограммға тиклем ауырлыҡ кимәлендә дзюдо буйынса икенсе урын яулай. Самбо буйынса турнирҙа спортсы алтын миҙалға лайыҡ була..Алһыу киләһе йыл мартта үтәсәк Донъя кубогында сығыш яһаясаҡ.
21 йәшлек Александр Уғлановҡа Раменскоела уңыш йылмая. Унда икенсе баҫҡысҡа күтәрелә, ә Санкт-Петербургта өсөнсө урын өсөн көрәштә еңелә. Башҡа спортсылар кеүек Угланов дзюдонан башлай, һуңғараҡ самбо менән шөғөлләнә башлай. Ул донъя чемпионатында сығыш яһау хыялы менән йәшәй.
Кемдер тәүге аҙымдарын бөтә Рәсәй ярыштарынан башлай. 18 йәшлек Константин Иголкин да тап ошондай юл үтә. Спортсы насар ишетә, күреү һәләте лә насар, әммә көрәш төрҙәре менән бала сағынан шөғөлләнә. Самбо спортына ярты йыл элек кенә килеүенә ҡарамаҫтан, Санкт-Петербургта сығыш яһап өлгөрә. Ике көрштә еңелә. Әммә уңышлы спортсы булыу өсөн ауырлыҡ категорияһын алмаштырырға ниәтләй.
Әлеге ваҡытта спортсылар етди эшләй һәм яңы ярыштарға әҙерләнә. Беҙҙең төбәктә һуҡырҙар спорты яҡшы үҫешкән, шуға ла башҡорт көрәшселәренән яңынан-яңы еңеүҙәр көтөлә.
Гүзәл Борханова




