Уҙған тәүлектә ковид-19 вирусы тағы ла 669 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа сиргә ҡаршы 962 кеше көрәшә, уларҙың 613-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 55 пациенттың бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 343 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 651 пациент һауығып сыҡҡан, 35 кеше вафат булған. Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек дауамында 256 кеше сирләгән, 290 пациент йүнәлгән. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә прививканың ике компонентын да 1 321 923 кеше эшләтеп өлгөргән. Был – республикала йәшәгән халыҡтың 53 проценттан ашыуы.
Шуларҙың 25 387-е вакцинаны һуңғы тәүлектә ҡаҙатҡан. Прививка эшләткәндәр ҙә коронавирус менән ауырый, тик еңелерәк үткәрә, тип билдәләй ковид-госпиталь табиптары. «Ҡыҙыл зона»ларҙа һәр сирленең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Алғы һыҙыҡтағылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева осрашты.
Ковидтан һаҡланыу өсөн кейгән күҙлектән ҡалған маңлайҙағы һыр бөтмәҫ инде ти, Әҙилә Рафаэль ҡыҙы. Уға алты сәғәт буйы махсус кейемдә ковид менән ауырыусыларҙы дауаларға тура килә. Эш тәүлек әйләнәһенә, 4 смена эшләй.
Бер сменала ғына 50 медицина хеҙмәткәре. Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһында 230 койкалыҡ ковид госпиталь июль айында асылған. Әҙилә Әхмәтованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – ошо дауаханала ул 22 йыл элек интерн булып эш башлаған. Неврология бүлеге мөдиренә пандемия башланғас инфекционист һөнәрен үҙләштерергә тура килгән.
Өфөләге күсемһеҙ милек агентлығында юрист булып эшләгән Людмила Николаевна октябрь башында ковид менән сирләгән. Үпкәһенә 30 процент зыян менән ҡаланың 10-сы дауаханаһына ята. 8 көндән йүнәлеп сыға. Йәй көнө генә коронавирустан вакцина эшләткән булған.
Был тулҡында урта йәштәгеләр күберәк, ти госпиталь табиптары. Шулай уҡ яңы ғына тыуған сабыйҙарҙы ла йоғошло сир аямай. Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһында 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр дауалана. Бүлектә уларҙың һаны етмештән ашып киткән. Бер генә айлыҡтар ҙа бар.
Дельта штамм тиҙ йоғоусан, уны ололар ҙа йәш организм да ауыр үткәрә, ти табиптар. Ә ковид сирлеләр ятҡан бүлекте үҙ-ара бысраҡ зона тип йөрөтәләр. Сөнки үлем күп.
Алда туғыҙ көнлөк ял көтә. Әммә аҡ халатлыларҙы түгел. Улар халыҡты был сараның асылын аңларға, күңел асыу, сәйәхәт итеү өсөн ваҡыт тип түгел, ә йоғошло сирҙән һаҡланып күберәк өйҙә булырға саҡыра. Сөнки күмәк кеше менән уҙғарылған байрамдарҙан һуң тура «Ҡыҙыл зона»ға эләгеү осраҡтары бар.
Рәмилә Исмәғилева




