Өфө тимер юлы вокзалында алыҫ араға йөрөүсе поездар зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә

Көн һайын 40-ҡа яҡын вагон хлор һәм еҫе булмаған махсус шыйыҡса менән таҙартыла. Махсус кейемдәге хеҙмәткәрҙәр бер генә мөйөштө лә ҡалдырмай. Төп иғтибар ишек тотҡаларына, таянғыс, өҫтәл һәм стеналарға бирелә.

Поезд бригадаһы шәхси һаҡланыу саралары, антисептик, контактһыҙ термометр менән йыһазландырылған, вагондарға иҫкәрмәләр йәбештерелгән. Шулай уҡ тимер юлы пассажирҙарына битлектә булыу кәңәш ителә.

Фото №1 - Өфө тимер юлы вокзалында алыҫ араға йөрөүсе поездар зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ