Сауҙа үҙәктәрендә һәм дауаханаларҙа сиратта тормайынса оло йәштәгеләр прививка һалдырып инфекция менән көрәшеүгә бағышланған лекциялар тыңлай алды. Өлкән йәштәге граждандарҙы берләштергән «Өсөнсө быуын» халыҡ университетының яңы пунктынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Ярты йыл элек коронавирус инфекцияһынан ҡаты ауырыған Гөлнур Хөснөтдинова сирҙән һаҡланыу өсөн прививка ҡаҙатырға булған. 73 йәшлек ҡатын Өфөлә «Өсөнсө быуын» халыҡ университетында асылған вакцинация пунктында сиратта тормайынса процедураға үтте. Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса урынлашҡан пунктта 65 йәштән оло кешеләр прививка ҡаҙата ала.
Яңы асылған пунктта берәүҙәр вакцинаның беренсе компонентын һалдырһа, бәғзеләр ревакцинация үтергә килгән. Хаҡлы ялдағы Рим Ғәҙелшин февралдә вакцина ҡаҙатып прививка һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт ҡалған.
Вакцина ҡаҙатыусы өлкәндәр өсөн яңы пунктта бүләктәр таратылды. Бынан тыш, башҡа көндәрҙә лә оло йәштәге граждандар өсөн сәләмәтлекте нығытыуға бағышланған лекторий ойошторола.
Республика буйынса дөйөм статистикаға ярашлы коронавирус менән ауырып ғүмере өҙөлгән граждандарҙың 80 проценты өлкән йәштәге шәхестәр. Шуға ла оло быуын вәкилдәрен сирҙән һаҡлау, уларҙы ваҡытында прививка эшләргә саҡырыу, вакцинация пункттарында уңайлы шарттар ойоштороу мөһим маҡсат булып тора.
Флорида Ким







