Ул бер йыл элек коронавирустан вафат булды. Әмир Миңлеғәли улы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында хеҙмәт итә. 1998 йылда Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәген ойоштора һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уны тиклем етәкләй. 2015-2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙы. “Ул ысын патриот булды. Республиканы сит илдәрҙә лә танытыуға ҙур өлөш индерҙе, милләтебеҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарҙы”, - ти йәмәғәт ойошмаһы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
“Экологияны яҡлауға йүнәлтелгән ҡанундар Әмир Ишемғоловтың исеме менән бәйле”, - ти республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Киләһе йылда республикала Апимондия халыҡ-ара конгресы үтә. Эшлекле йыйынды тап Башҡортостанда уҙғарыу Әмир Ишемғоловтың ҙур хыялы булды.







