Бөгөн Өфөлә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге, Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Сауҙа сәнәғәт палатаһы араһында берҙәм система булдырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостанда хәләл продукция үҫеш мөмкинлеге тип билдәләнгән. 2020 йылда Республика хөкүмәте бындай аҙыҡ-түлекте халыҡ-ара баҙарға сығарыу буйынса планды раҫланы.







