Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына старт бирелде

Уға ярашлы, ауыл һәм ҡалаларҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары ремонтлана, юл һалына, һыу үткәрелә, спорт йәки балалар майҙансыҡтары төҙөлә һәм башҡа проекттар үтәлә. Халыҡтан заявкалар киләһе йылдың 11 мартына тиклем ҡабул ителә. Бөрйән районы Кейекбай ауыл биләмәһе башлығы Садиҡ Сәғитов был программа һөҙөмтәле, унда әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ, тип белдерҙе.

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына старт бирелде

2022 йылда проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан 400 миллион һум бүленә, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Быйыл оператор булараҡ “Башҡортостан фәнни-мәғариф үҙәге идарасы компанияһы” сығыш яһай.

Фото №1 - Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына старт бирелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ