Башҡортостанда коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн талаптар ҡәтғиләште

Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға төҙәтмәләр индерҙе. Документҡа ярашлы, 30 кешенән күберәк халыҡ йыйылған сараларҙы уҙғармаҫҡа, йә кисектерергә кәңәш ителә. 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Республика мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары эшен дауам итә. 23 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем күңел асыу сараларын уҙғарыу тыйыла, йәмәғәт туҡланыу урындары ябыҡ була. Балалар уйын бүлмәләре һәм балалар күңел асыу үҙәктәре шулай уҡ эшләмәй. Бөгөндән вакцина алмаған, йә коронавирус менән ауырып һауығыуы тураһында медицина ҡағыҙы булмаған 60 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр мотлаҡ изоляцияла ҡалырға тейеш. Эш биреүселәргә бөгөндән 60 йәштән өлкән һәм хроник сирле бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсереү тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус таралыуҙы  сикләү өсөн талаптар ҡәтғиләште
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ